Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Барыһы ла еңеү өсөн

Бөгөн, 31 мартта, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылының төп йомғаҡтарын тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, республикала Башҡортостан Башлығы ҡуйған төп бурысты үтәү өҫтөндә системалы эшләйҙәр: “Барыһы ла еңеү өсөн”. Республикала бөтәһе 55 төр төбәк ярҙамы сараһы ғәмәлдә. Һуңғы ике йылда финанслау күләме ике тапҡырға артты – 13 миллиард һумдан 30,6 миллиард һумға тиклем. 2026 йылда 25,2 миллиард һум ҡаралған. “Ватанды Һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙар штаты 120 кешегә тиклем киңәйтелә. Өфөлә Совет урамы, 13/15 адресы буйынса яңы бина асылды. Йыл аҙағына тиклем республиканың һәр муниципалитетында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Хәҙер улар 29. Ҡабул ителгән саралар ярҙамында ҡайтҡан яугирҙәрҙең 78 проценты эшкә урынлаша, диспансеризацияны яҡынса 86 проценты үтә, реабил
Оглавление
    Барыһы ла еңеү өсөн
Барыһы ла еңеү өсөн

Барыһы ла еңеү өсөн

Республикала бөтәһе 55 төр төбәк ярҙамы сараһы ғәмәлдә

Бөгөн, 31 мартта, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылының төп йомғаҡтарын тәҡдим итте.

Уның һүҙҙәренсә, республикала Башҡортостан Башлығы ҡуйған төп бурысты үтәү өҫтөндә системалы эшләйҙәр: “Барыһы ла еңеү өсөн”.

Республикала бөтәһе 55 төр төбәк ярҙамы сараһы ғәмәлдә. Һуңғы ике йылда финанслау күләме ике тапҡырға артты – 13 миллиард һумдан 30,6 миллиард һумға тиклем. 2026 йылда 25,2 миллиард һум ҡаралған.

“Ватанды Һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙар штаты 120 кешегә тиклем киңәйтелә. Өфөлә Совет урамы, 13/15 адресы буйынса яңы бина асылды. Йыл аҙағына тиклем республиканың һәр муниципалитетында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Хәҙер улар 29.

Ҡабул ителгән саралар ярҙамында ҡайтҡан яугирҙәрҙең 78 проценты эшкә урынлаша, диспансеризацияны яҡынса 86 проценты үтә, реабилитация курсы ала, психологтарға мөрәжәғәт итә. Махсус хәрби операция башланғандан алып Башҡортостан хәрбиҙәр өсөн адреслы ярҙам менән 174 ылау ебәргән. Уның хаҡы 4 миллиард һумдан ашыуға тиң булған 20 мең тоннанан ашыу йөк. Иртәгә 175-се конвой китә. 2024 йылдан алып яугирҙәргә алғы һыҙыҡҡа 11,5 меңдән ашыу дрон тапшырылған, улар башлыса үҙебеҙҙә етештерелгән.

Бынан тыш, төбәктә ДНР, ЛНР, Запорожье, Херсон, Курск, Белгород өлкәләренән мәжбүри күсеп килеүселәр өсөн шарттар булдырылған. Луганск Халыҡ Республикаһында шефлыҡҡа алынған Красный Лучҡа туғандарса ярҙам күрһәтелә. Республика көсө менән 4,9 миллиард һумға 238 объект тергеҙелгән. Быйыл эштәр тиҫтәләгән төҙөлөштәрҙә бара.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары өсөн медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сираттан тыш тәртибе билдәләнгән. Аҙымлап ҡулланыуға ярҙам итеү селтәре булдырыла. Республика поликлиникаларында 37 махсус кабинет эшләй, улар һәр медицина учреждениеһында асыла.

– Айырыуса иғтибар психик һаулыҡты тергеҙеүгә йүнәлтелә. Һуғыш күңелдә тәрән яралар ҡалдыра. Республика клиник психотерапия үҙәге базаһында 30 көнлөк комплекслы программа эшләй, ул индивидуаль һәм төркөм терапияһын, физиопроцедураларҙы һәм дарыуҙар ярҙамын үҙ эсенә ала. Бында 2,5 меңдән ашыу яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары профессиональ ярҙам алды. Төп бурыс — дауалау ғына түгел, ә яугирҙе аяҡҡа баҫтырыу, уны ғаиләһенә һәм һөнәренә ҡайтарыу, – тип билдәләне Андрей Назаров.

Олег Яровиков фотоһы.