Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, 5 апрелдә Неонатолог көнө билдәләнеүе айҡанлы, 30 марттан 5 апрелгә тиклем Әсә һәм бала сәләмәтлеге аҙнаһын үткәреүҙе иғлан итте. Ауыр нәҫел сирҙәрен һәм тыумыштан килгән сирҙәрҙе иртә осорҙа асыҡлау маҡсатында перенаталь һәм неонаталь скринингтар үткәрелә. Улар баланың тәүге көндәрендә үк сирҙәрҙе асыҡлап, тейешле дауа билдәләргә мөмкинлек бирә. Сабыйҙы имеҙеү сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә һәм уның артабанғы үҫешендә мөһим сара булып тора. Сабыйҙың һау булыуы өсөн тәү сиратта әсәнең репродуктив сәләмәтлеге һәм сәләмәт йөклөлөгө мөһим. Медицина фәндәре докторы Әлфиә Ящук буласаҡ әсәләргә сабый сәләмәтлеген тәьмин итеү буйынса кәңәштәре менән уртаҡлашты. “Йөклөлөк – тыуасаҡ сабыйҙың үҫешен тәьмин итеү өсөн организмдың етди үҙгәрештәргә дусар булған осоро. Шуға күрә ауырлы ҡатын-ҡыҙ төрлө сирҙәргә тиҙ бирешеүсән. Анемия сабыйҙың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай, уның норманан түбән ауырлыҡта йәки ваҡытынан алда донъяға килеүе ихтимал. Әсәнең ҡан баҫымы күтәрелеү