Бөгөн Башҡортостан "Китап" нәшриәте магазинының осрашыуҙар майҙансығында махсус хәрби операция батырҙарына арналған яңы китаптың исем туйы булды. Башҡорт. Лариса Абдуллинаның Мәскәүҙең АСТ нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан яңы китабы геройҙарын ошо бер һүҙ берләштерә. Был - милләт исеме генә түгел, ә ерҙәшлекте, рухташлыҡты, илһөйәрлек тойғоһон, ауыр һынауҙар килгәндә данлы ата-бабалар рухы алдында берләшеүҙе лә белдергән изге төшөнсә. Башҡорт булһынмы ул, русмы, татар йә башҡа миләт вәкилеме - махсус хәрби операция батырҙарының тыуып-үҫкән изге төйәге Башҡортостанға булған һөйөүе оло Ватаны - бөйөк Рәсәйгә барып тоташа. Уның именлеге өсөн йәнен фиҙа ҡылыуҙан да өркмәгән ысын ил батырҙары тураһында бәйән итә танылған журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина. Баҫмала сағылыш тапҡан яугирҙәрҙең тарихтары ла, һынауҙарға бирешмәгән замандаштарыбыҙ тураһындағы яҙмалар ҙа - авторҙың МХО биләмәһенә барып, үҙ күҙҙәре менән күреп, йөрәге аша үткәреп яҙғандары. Лариса Хашим