«Йәштәр һәм балалар» милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы кампус резиденттары – «Өң» («Берлога») һәм «Ҡайнау нөктәһе» киберфизика инновациялар оҫтаханалары Файҙалы уйындар марафоны сиктәрендә студенттар өсөн уникаль практик эш башҡарҙы. Вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында «Йыһан технологияларына оҙатыусылар уйындары» практик дәресе үтте. - Эш барышында студенттар ябай уйынсылар роленән тикшеренеүселәр һәм уйлап табыусылар позицияһына күсте. Донъя кимәлендәге уйын проекттары тәжрибәһен файҙаланып, ҡатнашыусылар ҡатмарлы физик процестарҙың һәм идара итеү бурыстарының уйын механикаһына әүерелеүен анализланы, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин. – Уйындар – ул күңел асыу ғына түгел, ә профессиональ йүнәлеш биреүҙең һәм танып белеүҙең ҡеүәтле ҡоралы ла. Бөгөн йәштәр быны үҙ өлгөһөндә һынап ҡараны, – тип билдәләй «Өң» киберфизика инновациялары оҫтаханаһы етәксеһе Айгүзәл Әхкәмова. Уйын дизайны буйынса тәжрибә сараның төп өлөшө булды. Студент
Космонавтиканың киләсәген файҙалы уйындар аша өйрәнәләр
3 дня назад3 дня назад
2 мин