▶️ "Башҡортостан 24" телевизион каналында хеҙмәттәшебеҙ, БР-ң киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлин тураһында документаль фильм донъя күрҙе. Тапшырыу авторы – телевидение ветераны Луиза Фархшатова һәм режиссер Лидия Мусина, оператор Урал Шәрипов әҙерләгән таҫма, беҙҙең хөрмәтле коллегабыҙға ихтирам һәм хәтер билдәһе, рәхмәт һүҙҙәре. Уйылдан Ғәлиндың туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары, ауылдаштарының уның тураһындағы яҡты хәтирәләре "Башҡортостан" телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының "алтын фондында" һаҡланасаҡ. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене! Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач, производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».