“Мин бала саҡтан нисектер уңмаған кеше булдым, бер нәмә лә еңел бирелмәне. Әсәйем гел генә “эшкинмәгән” тип әрләй торғайны. Әхирәтем менән бер самараҡ уҡыһаҡ та, ул мәктәптән һуң институтҡа еңел генә уҡырға инде, ә мин конкурстан үтмәнем. Район үҙәгендә ашнаҡсыға уҡыным. Мәктәп директоры минең менән бергә белем алған ҡыҙҙы мәктәп ашханаһына эшкә алды, сөнки уға туған тейешле ине. Ә мин, өлөшһөҙ кеше булараҡ, дипломым буйынса ауылда бүтән эш булмау сәбәпле, фермаға һыйыр һауырға барырға мәжбүр булдым. Кейәүгә сығып, ауылда төпләндем. Тормош юлдашы булған кеше донъя көтөргә дәртһеҙ булып сыҡты, етмәһә, һуңғы йылдарҙа “йәшел йылан” менән ныҡлап дуҫлашты. Иремдең эсеүендә, етешһеҙ йәшәүебеҙҙә уның туғандары тик мине ғәйепләй, “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын” тип ураған һайын әйтеп, әрләп кенә торалар. Уларҙың мине аңламауына аптырайым, әммә үҙҙәренә ҡаршы һүҙ әйткәнем юҡ. Шулай ҙа үпкәм шул тиклем ҙур, хәҙер береһе менән дә аралашмаҫҡа, саҡырһалар, бармаҫҡа тырышам. Ирҙең туғандары