Найти в Дзене

Һыу ҡапыл күтәрелеүе ихтимал

26 мартта Башҡортостан юлдаш телеканалында Башҡортостандың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре менән тура эфир үтте. Саҡырылғандар араһында Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы Руслан Шәйҙуллин да ҡатнашты. Өфө ҡалаһы эргәһендә һыу нисек күтәрелер? Брифинг барышында алдағы яҙғы ташҡын, һыу баҫыу ваҡытында эш итеү һәм йылғаларҙа һыу кимәлен фаразлау менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Бөгөнгә ҡарата Өфөлә ташҡын хәле тотороҡло. Йылғалар асылмаған, һыу баҫҡан территориялар юҡ. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы фаразына ярашлы, түбәндәге максималь һыу кимәле көтөлә: Ағиҙел йылғаһында – 640-740 сантиметр, Ҡариҙел йылғаһында – 650-750 сантиметр, Дим йылғаһында – 600-700 сантиметр. Һыу баҫыу ихтималлығы биләмәһенә Кооператив яланы (Киров районы), Нижегородка һәм Затон (Ленин районы), Максимовка биҫтәһе һәм өлөшләтә Шакша (Калинин районы), Дим һәм Калинин райондарында баҡса ширҡәттәре, шулай уҡ Дим, Киров, Ленин һәм Орджоникидзе
Оглавление
    Һыу ҡапыл күтәрелеүе ихтимал
Һыу ҡапыл күтәрелеүе ихтимал

Һыу ҡапыл күтәрелеүе ихтимал

Ташҡынға әҙерһегеҙме? Йылғаларҙың норманан дүрт-биш көнгә иртәрәк асылыуы көтөлә

26 мартта Башҡортостан юлдаш телеканалында Башҡортостандың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре менән тура эфир үтте. Саҡырылғандар араһында Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы Руслан Шәйҙуллин да ҡатнашты.

Өфө ҡалаһы эргәһендә һыу нисек күтәрелер?

Брифинг барышында алдағы яҙғы ташҡын, һыу баҫыу ваҡытында эш итеү һәм йылғаларҙа һыу кимәлен фаразлау менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Бөгөнгә ҡарата Өфөлә ташҡын хәле тотороҡло. Йылғалар асылмаған, һыу баҫҡан территориялар юҡ.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы фаразына ярашлы, түбәндәге максималь һыу кимәле көтөлә: Ағиҙел йылғаһында – 640-740 сантиметр, Ҡариҙел йылғаһында – 650-750 сантиметр, Дим йылғаһында – 600-700 сантиметр. Һыу баҫыу ихтималлығы биләмәһенә Кооператив яланы (Киров районы), Нижегородка һәм Затон (Ленин районы), Максимовка биҫтәһе һәм өлөшләтә Шакша (Калинин районы), Дим һәм Калинин райондарында баҡса ширҡәттәре, шулай уҡ Дим, Киров, Ленин һәм Орджоникидзе райондарында автомобиль юлдары. Күҙаллауҙар буйынса йылғалар күтәрелһә, һыу баҫыу 1237 кешегә ҡағылыуы ихтимал.

Яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреүҙе тәьмин итеү буйынса комплекслы эштәр алып барыла, шул иҫәптән йәшәүҙе тәьмин итеү һәм ямғыр канализацияһы системаларының һаҡланыуын тәьмин итеү, ҡар сығарыу (19 955 кубометр), һыу үткәргес торбаларҙы һәм дренаж канауҙарын таҙартыу, ваҡытлыса һаҡлағыс дамбалар ҡороу. Халыҡ менән мәғлүмәт һәм иҫкәртеү эштәре алып барыла – 107 баҫма материал, 11 теле-радиорепортаж, 2653 кешене үҙ эсенә алған 165 рейд, 2242 иҫтәлек таралған. Һигеҙ ташҡынға ҡаршы комиссия һәм 14 штаб эше ойошторолған. 5616 кеше һыйҙырышлы 44 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Боҙ тығындарын бөтөрөү өсөн шартлау эштәрен үткәреүгә килешеү төҙөлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы күнекмәләре һәм көстәрҙең һәм сараларҙың әҙерлеген тикшереү үткәрелә. Көстәр һәм саралар төркөмө составы аныҡлана (1447 кеше, 381 берәмек техника, 60 йөҙөү сараһы). Ағиҙел, Дим йылғаларында һәм Долгое күлендә боҙҙо ҡаралау һәм ҡырҡыу буйынса саралар уҙғарылды. Ағиҙел күпере аҫтындағы ваҡытлыса күперҙәрҙе һүтеү тамамлана.

Рәсми мәғлүмәтте күҙәтегеҙ һәм ашығыс хеҙмәттәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ.

Республикалағы хәл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовтың брифингта белдереүенсә, Башҡортостанда яҙғы ташҡындың аварияһыҙ үтеүенә әүҙем әҙерлек бара.

– Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөүҙең берҙәм дәүләт системаһының көстәрен һәм сараларын яҙғы ташҡындың аварияһыҙ үтеүенә әҙерләү ғәҙәттәгесә иң насар хәлде ҡаршылауға буйынса ойошторолған. Унда һыу баҫыу ихтималлығы булған биләмәгә 44 муниципалитетта 86 мең кеше йәшәгән 313 ауыл, 22 торлаҡ йорт эләгеүе ихтимал. Бөтә ашығыс хеҙмәттәрҙә даими әҙерлектә, ағымдағы хәлгә тәүлек әйләнәһенә мониторинг һәм республика муниципалитеттарында оператив ташҡынға ҡаршы штабтарҙың эше ойошторолған, – тип белдерҙе Ирек Сәғитов.

Башгидрометтың аныҡланған фаразына ярашлы, йылғаларҙа боҙ ҡатламының яйлап емерелеүе күҙәтелә, йылғаларҙың норманан дүрт-биш көнгә иртәрәк асылыуы көтөлә. Республиканы ташҡындың аварияһыҙ үтеүенә әҙерләү мәсьәләләре Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте етәкселегенең айырым контролендә. Республика һәм муниципаль ташҡынға ҡаршы комиссиялар булдырылды. Республика оператив штабы йәйелдерелгән. Ошондай уҡ оператив штабтар бөтә 63 муниципаль берәмек территорияһында булдырылған.

– Муниципалитеттар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тәүлек әйләнәһенә бара, MAX мессенджерында кәрәкле мәғлүмәт тиҙ арала таратылыуға йүнәлтелгән һәм кире бәйләнеш булдырылған бүлектәр менән төркөм булдырылған. Көстәрҙе һәм сараларҙы ваҡытында бүлеүгә әҙерлек тәьмин ителгән, составында 13 меңдән ашыу кеше, 3,8 берәмек техника, 225 йөҙөү саралары, шул иҫәптән “Ка-32” янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты. Бөтә ашығыс хеҙмәттәр ҙә даими әҙерлектә, ағымдағы хәлгә тәүлек әйләнәһенә мониторинг һәм ташҡынға ҡаршы оператив штабтар эше ойошторолған, – тине Ирек Сәғитов.

Халыҡты эвакуациялау осрағында ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 45 меңдән ашыу кеше һыйҙырышлы 334 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Бөгөнгө көндә 31 муниципалитетта 27 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда боҙҙо ҡараға буяу башҡарылған, 19 муниципалитетта туғыҙ километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы боҙҙо ҡырҡыу үткәрелгән.

– БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы һәм Башҡортостандың Экология министрлығы коллегалары менән боҙ хәлен күҙәтеү маҡсатында республиканың Үҙәк һәм Көньяҡ-көнсығыш өлөшөн урап үттеләр. Унда Ағиҙел, Еҙем, Инйәр йылғаларының ташҡында хәүефле участкалары баһаланды. Боҙ ҡатламын йомшартыу буйынса муниципалитеттар үткәргән иҫкәртеү эштәренең һөҙөмтәлелегенә баһа бирҙеләр. Күпселек йылғаларҙа боҙ һаҡлана, уйымдар барлыҡҡа килә, һыу өҫкә ҡалҡа, йылғалар ярҙарҙан сығыуы күҙәтелә, - тине Ирек Сәғитов.

Башҡортостанда шартлау эштәре дауам итә. “Алкин” ғәскәри часы көсө менән Шишмә районының Өршәк йылғаһында, Архангел һәм Белорет райондарының Инйәр йылғаһында, Дыуан районының Әй йылғаһында эштәр башҡарылған. Ирек Сәғитов шулай уҡ ташҡындың әүҙем осоронда ағымдағы хәл тураһында мәғлүмәт көн һайын социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырыласаҡ, шулай уҡ Республикаға идара итеү үҙәгенән тура бәйләнеш аша еткереләсәк, тип билдәләне.

Белешмә: Башҡортостан республикаһы халҡына һыу ҡапыл күтәрелгән осраҡта тәҡдим ителә:

- тәү сиратта – тыныслыҡты һаҡлау;

- электр утын һүндерергә, йорттағы газды һәм һыуҙы ҡапларға;

- ярҙамкилгәнсеөҫкө ҡаттарҙа, күтәрмәләрҙә, ҡыйыҡтарҙа, ҡалҡыулыҡтарҙа ҡалырға кәрәк.

Хәүеф янаған осраҡта 112-се һанлы Берҙәм ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ҡотҡарыусылар ташҡынды ҡаршыларға әҙерме?

Башҡортостанда яҙғы ташҡындың аварияһыҙ үтеүенә әүҙем әҙерлек бара. Ошо хаҡта брифингта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдерҙе. Аварияһыҙ ташҡынға әҙерлек алдан бара, боҙ хәлен күҙәтеү өсөн бр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының пилотһыҙ авиацияһы һәм республика янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты “Ка-32” ҡулланыла.

– Рейдтар ваҡытында тәү сиратта хәүефле участкаларҙың торошона иғтибар итәбеҙ. Бөгөн беҙ әлеге ваҡытта тығындар булмауын раҫланыҡ, беҙҙең йылғаларҙа боҙҙоң әкренләп иреүе күҙәтелә. Бындай һауа торошо яуым-төшөмһөҙ һаҡланһа, боҙ иреүе тотороҡло дауам итер, алдағы көндәрҙә боҙ ҡуҙғала башлар, тип көтәбеҙ. Беҙ һәр ваҡыт ваҡиғалар үҫешенең иң насар варианты буйынса әҙерләнәбеҙ, тап былтыр был вариант өс аҙнаға иртәрәк Инйәр йылғаһында боҙ китә башланғас аҡланды, – тип билдәләне Кирилл Первов.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр дуйынса дәүләт комитетының 700 кеше, 102 берәмек техника составында көстәрҙең һәм сараларҙың яуап биреүгә әҙерлеге тәьмин ителгән.

– Йыл һайын яңы техника, шул иҫәптән “Бурлак” ҡар-боҙа йөрөгән судно һатып алынды. Былтыр беҙ уны Аҙау ауылында хәрби шарттарҙа һынап ҡараныҡ, унда халыҡты эвакуацияланыҡ. Шулай уҡ артҡы планда һауа мендәре булған судно бар, уны беҙ даими рәүештә, беренсенән, балыҡсылар менән иҫкәртеү сараларын, шул иҫәптән, хәрбиҙәребеҙҙе иҫкәртеү шартлатыу эштәрен үткәреү өсөн ташыу өсөн ҡулланабыҙ. Бындай суднолар беҙгә төрлө саҡырыуҙарға оператив рәүештә яуап бирергә ярҙам итә. Шулай уҡ БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы һәм Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары ауыр шарттарҙа, боҙло һыуҙа эшләү өсөн тәғәйенләнгән гидрокостюмдарҙы ярҙам күрһәтеү өсөн ҡуллана. Былтыр Ҡотҡарыусылар Архангел районының Аҙау торама пунктында халыҡты эвакуациялағанда файҙаланды. Был костюм һыуҙы үткәрмәй һәм йылылыҡты һаҡларға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Кирилл Первов.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.