“Дошманды еңеү өсөн заманса технологиялар ярҙам итәсәк. Шуға күрә фронтҡа дрондар һәм улар менән эш итеүсе белгестәр талап ителә”, – ти Туймазы егете,”Асад” позывнойлы яугир. “Асад” алғы һыҙыҡта махсус хәрби операция башланғандан алып хәрби бурыстарҙы үтәй. Әле ул пилотһыҙ осоу аппараттары расчеттары начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә. 2023 йылда “Сәлим” позывнойлы дуҫы уға: “Етәр инде һиңә автомат менән йүгереп йөрөргә, яңы йүнәлеште үҙләштерергә ваҡыт!”– ти. “Асад” уйлана төшә һәм пилотһыҙ осоу аппараттары операторы һөнәре нескәлектәрен өйрәнә башлай. “Мavic” тигәненән эште башланым, аҙаҡ FRV тигәнен үҙләштерҙем. Контузиянан һуң FRV расчеты саперы булып киттем. Дронға боеприпастарҙы нығытыу менән шөғөлләндем. Аҙаҡ расчетҡа етәкселек итеүҙе тапшырҙылар. Андреевка, Клещеевка өсөн барған һуғыштарҙа дрондар менән эш итеүҙә тәжрибә тупланым. 2023 йылда Андреевка эргәһендә юлды дошман тотоп торҙо. Шунда ҙур тәжрибә тупланды, дошмандың пехотаһын ҡыҫырыҡлап сығарырға тура килде. Ул саҡта п