‼ 🔥Былтыр Башҡортостанда ҡотороу ауырыуының ике үлемесле осрағы теркәлгән – берәҙәк бесәй тешләүҙән Стәрлетамаҡ районында 9 йәшлек бала һәм өлкән кеше һәләк булған. Бала берәҙәк бесәй менән уйнап йөрөгән һәм тешләнгән. Ғаилә яра эренләй башлағас ҡына дауаханаға мөрәжәғәт иткән. "Улар ярҙам һорағанға тиклем инкубация осоро үткән, был үлемесле һөҙөмтәгә килтергән", - ти белгес-инфекционист Надежда Байметова. 🔥Һуңғы йылда хайуандар тешләүе һәм тырнауы тураһында шылтыратыуҙар һаны 27 процентҡа артып, 11 меңгә еткән. Бесәйҙәр һәм эттәр иң йыш һөжүм итә. Ҡотороу ауырыуы симптомдары күренеүгә еткәндән һуң сирлеләрҙең 1 процентынан да кәме иҫән ҡала. 🔥Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак иҫкәртә: — йыл һайын йорт хайуандарына прививка яһағыҙ; — ҡырағай йәки берәҙәк хайуандарға яҡын бармағыҙ, уларҙы ашатмағыҙ; — тешләһә, тырнаһа, ялаһа, тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.