Вуз-ара студенттар кампусы резиденты «Өң» («Берлога») киберфизик инновациялар оҫтаханаһы «Техно ГТО» Бөтә Рәсәй проекты нормативтарын тапшырыу өсөн рәсми майҙансыҡ статусына эйә булды. Хәҙер уҡыусылар һәм студенттар оҫтаханала һынауҙың төп этабын үтеп, ГТО билдәһенә эйә була ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөләге вуз-ара студенттар кампусы «Йәштәр һәм балалар» милли проектына ярашлы төҙөлә. - “Техно ГТО” – 7-11-се класс уҡыусыларының, шулай уҡ колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарының техник белемен һәм оҫталығын тикшереүгә йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй проекты. Инициатива техник ижадты популярлаштырыуға, технологиялар һәм инновациялар өлкәһендә һәләтле йәш белгестәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин. Нормативтарҙы тапшырыу процесы ике этаптан тора: - Онлайн-этап: ҡатнашыусы платформала теркәлә һәм кәмендә 5 нормативты дистанциялы алымда үтәй. - Төп этап: ҡатнашыусы «Өң» майҙансығына килә һәм кәмендә 2 норматив тапшыра. Н