Һуңғы ете йылда Башҡортостанға дөйөм күләме 3,9 триллион һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителгән. Республикала был йәһәттән үҫеш, илдеке менән сағыштырғанда, ике тапҡырға тиерлек йылдамыраҡ барған. Төбәк етәкселеге инвестиция әүҙемлеген арттырыуҙың төп нигеҙен эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙә күрә. Аныҡ һөҙөмтә ябай кешеләрҙең тормошонда асыҡ сағылыш таба. Дәүләт булышлығы – төп таяныс Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһынан Ольга һәм Рөстәм Йомаевтар шәхси бизнестарын булдырыуҙа, үҫтереүҙә дәүләттең ҙур ярҙамын билдәләй. Улар 2013 йылдан алып ит етештереү, шулай уҡ ит ярымфабрикаттары әҙерләп һатыу менән шөғөлләнә. Шәхси предприятие бер аҙҙан “Таҙа аҙыҡ-түлек” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә үҙгәртелә. Ғаиләнең инвестиция проекты 2019 йылда урындағы хакимиәттә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралып, хуплау таба. “Шул уҡ йылда Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан “Бәләбәй” йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары иҫәбенә индерелдек. Был бизнесыбыҙҙы киңәйтеүгә аныҡ дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеге бирҙе”, –