Яҙ етеп, ҡар ирей башлау менән ҡала, райондарҙа тирә-яҡты йыйыштырыу, матурлау буйынса өмәләр башлана. Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре быйыл да был йолаға тоғро ҡалды. Бөгөн беҙҙә өмә гөрләп торҙо, етәкселәр, журналистар, ғөмүмән, барлыҡ хеҙмәткәрҙәр дәррәү эшкә сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар Матбуғат йортоноң эсен, кабинеттарҙы йыйыштырҙы, ир-егеттәр бина эргәһендәге ҡарҙы алып ташланы. Быйыл ҡар күп яуғас, эш тә күп эләкте. Иң мөһиме – күмәк тырышлыҡ, берҙәмлек менән матур йола башҡарылды. Автор фотолары.