Был ҡатын ҡыҙҙы фотоға төшөрә һәм социаль селтәргә һала. Кешеләр ябыҡ, бысраҡ, йыртыҡ кейемдәге бәләкәй героиня менән ҡыҙыҡһына башлай. Шундайҙарҙың береһе Йәннәт Сөләймәнова булып сыға. - Мин фотоның минең өйөм тирәһендәрәк төшөрөлгәнен аңланым. Шунда уҡ машинаға ултырып, ҡыҙҙы эҙләп сығып киттем. Бер нисә сәғәт йөрөнөм, әммә юлым уңманы - тапманым. Инде ҡайтырға йыйынғанда әсәһе менән автобус туҡталышына китеп барған Мәрхәбәне күреп ҡалдым, - тип һөйләй Йәннәт. Ҡатын улар менән таныша, йөрөп килергә тәҡдим итә. Баҡһаң, Мәрхәбәләр биш бала: дүрт ҡыҙ һәм бер малай. Йәннәт уларҙың барыһын да паркка алып китә, тәмлекәстәр менән һыйлай, уйынсыҡтар бүләк итә. Балаларҙың бер көн булһа ла бәхетле булыуын теләй. Инде хушлашырға йыйынғанда Мәрхәбә Йәннәткә килә лә: "Ә һеҙ минең әсәйемме?" - тип һорай. Ҡатын нимә әйтергә белмәй ҙә: "Эйе, мин дә һинең әсәйең. Хәҙер һинең ике әсәйең бар", - ти. Шул көндән Йәннәт был ғаилә менән нығыраҡ аралаша башлай. Мәрхәбә Үзбәкстанда тыуа. Уға өс йәш тулғас,