Элегерәк, беҙ бала саҡта яҙ яҡынлашыу менән һуғымдан ҡалған баш-тояҡты өтөп, матурлап ҡырып йыуып, дерелдәк (холодец) эшләйҙәр ине. Ә ҡойҡанан арынған һөйәктәргә, ауылдағы яңғыҙаҡтарҙың исемен ҡушып, кемеһе быйылғы йыл өйләнер йә кейәүгә сығыр тип юрайҙар ине. Ул һөйәктәрҙе теҙеп ултыртып, ҡайһыныһын иң беренсе эт-ҡош алып китә, шул беренсе өйләнә/кейәүгә сыға йәнәһе. Тап килгәндерме, юҡмы уныһы хәтерҙә ҡалмаған. Ә һеҙҙең яҡта шундай юрау-юрамыштар бармы? Тағы ла ниндәй ҡыҙыҡлы юрауҙар беләһегеҙ? Комментарийҙарҙа яҙып, үҙ фекерҙәрегеҙ- иҫтәлектәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Сығанаҡ: "Башкирка" төркөмөнән Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan
Ҡайһыныһын иң беренсе эт-ҡош алып китә, шул беренсе өйләнә...
26 марта26 мар
~1 мин