Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тантаналар залында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы”, “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биргән йыл педагогы”, “Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы” конкурсының төбәк этабы бәйгеләренә йомғаҡ яһалды. Быйыл 31-се тапҡыр үткәрелгән төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы йылдағыса шаулап-гөрләп, милли рухлы, сәмле, матур сара рәүешендә барҙы. Быйыл бәйгелә 41 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Улар араһында сит өлкәләрҙә башҡорт теле дәрестәрен алып барған педагогтар ҙа бар ине. Бер нисә көн дауам иткән көсөргәнешле бәйгенең бөтә этаптарын уңышлы үтеп, Өфө ҡалаһындағы Анатолий Хохлов исемендәге 10-сы белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Миңнәхмәт ҡыҙы Хәсәнова “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2026" исеменә лайыҡ булды. Икенсе урында – Йылайыр районының Юлдыб