▶️ Пастереллез һәм ҡотороу сире таралыу хәүефе арҡаһында Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә мал-тыуар юҡ ителә Бигерәк тә Новосибирск өлкәһендә хәл ҡатмарлы тип яҙа үҙәк сығанаҡтар. Йоғошло сирҙәр арҡаһында малһыҙ ҡалған ауыл халҡы ярҙам һорап Президентҡа мөрәжәғәт юллаған. Ҡыш аҙағы, яҙ башы кешеләрҙең генә түгел хайуандарҙың да иммунтеты ҡаҡшаған мәл. Тап ошо ваҡытта йоғошло ауырыҙар таралыу хәүефе юғары. Ветеринар хеҙмәттәр ҙә мал ҡырға сыҡмаҫ элек анализдар алып төрлө сирҙәргә ҡаршы вакциналар эшләй. Табип кешене, ветеринар кешелекте дауалай тигән тәғлимәттән сығып алдағы ярты сәғәттә Башҡортостанда кешелек сәләмәтлеге һағында торған хеҙмәттәрҙең эше, хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм мал-тыуар именлеге өсөн яуаплылыҡты иҫкә төшөрөү ниәте менән әңгәмә ҡорорбоҙ. Студиябыҙҙа ҡунаҡта Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 2