Ҡара әнистең (черный тмин) орлоғоноң һәм майының шифалы булыуы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Ул дауа рәүешендә элек-электән мосолман илдәрендә киң таралған булған. “Ҡара әнистә үлемдән башҡа бөтә төр сирҙәргә дауа бар” тип әйтеп ҡалдырған билдәле имамдар Әл-Бохари һәм Мөслим. Бөгөн емеш-еләк, тәмләткестәр һатылған кибеттәрҙә, мосолман магазиндарында ҡара әнистең орлоғо ла, шешәгә ҡойолған майы ла һатыла. Юғары ҡан баҫымы йонсотһа Тәү сиратта ул юғары ҡан баҫымын көйләй. Бының өсөн ҡара әнис орлоғон порошок хәленә еткәнсе онтарға кәрәк (ҡәһүә тарттырғыс ҡулланырға мөмкин, шулай уҡ әҙере лә һатыла). Бер балғалаҡ массаға 250 миллилитр ҡайнаған һыу ҡойоп, һыуынғанын көтөргә. Көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға эсергә. Әгәр ашҡаҙанығыҙ менән проблема булмаһа, бер тырнаҡ һарымһаҡ та ашарға кәңәш ителә. Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн Бер аш ҡалағы кипкән бөтнөк, бер балғалаҡ әнис орлоғона бер стакан һыу өҫтәп, ҡайнатып сығарырға. Термоста бер сәғәт тоторға. Сәй, ҡәһүә урынына эсергә тәҡдим ителә, тик улар м