Төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй тауыш биреүе “Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә уҙа, тип хәбәр иттеләр республика министрлыҡтарында. Махсус тәжрибә талап ителмәй - төбәк штабтарында бөтә кәрәкле нәмәгә өйрәтәсәктәр. Шулай уҡ ирекмәндәргә «Добро.рф»та верификацияланған сәғәттәр ҡаралған. Ирекмәндәр кешеләргә алтынсы йыл рәттән төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә ярҙам итә. Мәҫәлән, 2025 йылда Башҡортостандан 12 меңдән ашыу ирекмән илебеҙ үҙгәреү процесының бер өлөшө булды һәм проектты ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте. Республикала 770 меңдән ашыу кеше тауыш биргән, уларҙың 511 меңе - ирекмәндәр. Халыҡтың әүҙемлеге арҡаһында ағымдағы йылда төбәктә 152 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Федераль дәүләт күсемһеҙ милек агентлығының ирекмәндәр корпусы - илдең ҙур ирекмәндәр проекттарының береһе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдан илдә тәү сиратта төҙөкләндереләсәк
Төҙөкләндереү объекттары буйынса тауыш биреү өсөн ирекмәндәр йыялар
26 марта26 мар
2
1 мин