Ни өсөн шулай? Сөнки беҙ иң мөһим нәмәне – хыялды юғалтҡанбыҙ. Беҙ уны маҡсатҡа алмаштырғанбыҙ, ә улар икеһе ике нәмә. Маҡсат – ул баш (аҡыл). Ул һалҡын, логик фекер. Ул "НИСЕК?" тигән һорауға яуап бирә. Хыял – ул йөрәк. Ул ҡайнар, хисле. Ул "НИ ӨСӨН?" тигән һорауға яуап бирә. Шулай итеп, беҙҙең ҡанатлы хыялдар ҡайҙа юғала? Улар үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡмай. Беҙ уларҙы үҙебеҙ, бала саҡтан аңыбыҙға һеңгән тыйыуҙар арҡаһында, күңел һандығына бикләп ҡуябыҙ. Был һандыҡты беҙҙең эске "һаҡсыларыбыҙ" – атай-әсәйҙәребеҙҙең, йәмғиәттең тауыштары һаҡлай. "Күпте өмөт итмә, өмөтөң өҙөлөр", тип шыбырлай улар, һәм беҙ ҙур нәмәләрҙән ҡурҡа башлайбыҙ. "Кеше көлдөрөп ятма", тиҙәр, һәм беҙ үҙебеҙҙең уникаль теләктәребеҙҙән ояла башлайбыҙ. "Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ", тигән кәңәште ишетеп, беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ кәртәләр ҡорабыҙ. "Фантазияларыңды ташла, реаль тормош менән йәшә", тигән бойороҡто үтәп, беҙ үҙебеҙҙең эске баланы баҫабыҙ, ә уның менән бергә – тормошҡа ҡыуаныу һәләтен дә. Һөҙөмтә