Балаҡатай районының Иҫке Масҡары ауылынан “Батыр” позывнойлы хәрби хеҙмәткәр пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итергә өйрәнеп, ысын геройға әйләнә. “Батыр” махсус хәрби операция биләмәһенә өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырыла һәм үҙенең хәрби юлын гранатометсы булып башлаған, тип хәбәр итә “Башҡорт батальоны” каналы. Һуңыраҡ, дрондарҙы ҡулланыу һуғыш яланында уңышҡа өлгәшеүҙең төп факторына әйләнгәнен күреп, ул БПЛА-ны эксплуатациялау буйынса белгес квалификацияһын ала. Заманса техниканы оҫта белеүе, иптәштәренә ярҙамға килергә һәм хатта иң ҡатмарлы шарттарҙа ла үҙ бурысын үтәргә әҙерлеге уға дүрт награда килтерә: генерал Шайморатов миҙалы, “Һәләк булып барғандарҙы ҡотҡарған өсөн”, “Хәрби батырлыҡтары өсөн” һәм “МХО-ла ҡатнашыусыға” миҙалдары. Геройҙы өйөндә ике улы көтә, улар атаһы менән ғорурлана һәм бөтә нәмәлә лә уға оҡшарға тырыша. Пилотһыҙ система ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр – юғары класлы, яҡшы әҙерлекле, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр. Шуға