Найти в Дзене
Башкортостан 24

Өфө уттары - 17.03.2026 Гөлгизәр Фәйзи юбилейын ҡаршы ала

▶️ "Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. Рус әҙәбиәтендә "алтын" һәм "көмөш быуат" авторҙары булған кеүек, башҡорт әҙәбиәте лә шәп яҙыусылары, шағирҙары, ижадсылары менән дан тота. Мостай Кәрим, Рәшит Назаров, Рауил Бикбаев, Хәсән Назар, Ирек Кинйәбулатов, Тимер Йосопов, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Гөлфиә Юнысова һәм башҡа һәм башҡа бик күп исемдәр заманында башҡорт совет әҙәбиәтен һәм журналистикаһын бар иткән шәхестәр. Шулар араһында Гөлшат Әхмәтҡужинаның исеме лә балҡый. Ижады ла ҡәләмдәштәре һәм әлбиттә, уҡыусылары араһында хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу уята. Өҫтәүенә, быларҙың барыһына ла етди сәбәптәр ҙә юҡ түгел. Тос хеҙмәт емештәре, өҫтәл тултырырлыҡ төрлө жанрҙарғы китаптар - ошолар түгелме тынғыһыҙ яҙыусы өсөн асыҡ дәлил? Гөлшат Әхмәтҡужинаның 75 йәшлек юбилей осоро бигерәк тә уңышлы башланды, тиһәк, яҙыҡ булмаҫ. Гөлгизәр Фәйзи /ижадсының псевдонимы/ 2026 йылды роман, хикәйәләр һәм эссенан торған "Яңғыҙ күтәргән гөн

▶️ "Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.

   Өфө уттары - 17.03.2026 Гөлгизәр Фәйзи юбилейын ҡаршы ала
Өфө уттары - 17.03.2026 Гөлгизәр Фәйзи юбилейын ҡаршы ала

Рус әҙәбиәтендә "алтын" һәм "көмөш быуат" авторҙары булған кеүек, башҡорт әҙәбиәте лә шәп яҙыусылары, шағирҙары, ижадсылары менән дан тота. Мостай Кәрим, Рәшит Назаров, Рауил Бикбаев, Хәсән Назар, Ирек Кинйәбулатов, Тимер Йосопов, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Гөлфиә Юнысова һәм башҡа һәм башҡа бик күп исемдәр заманында башҡорт совет әҙәбиәтен һәм журналистикаһын бар иткән шәхестәр. Шулар араһында Гөлшат Әхмәтҡужинаның исеме лә балҡый. Ижады ла ҡәләмдәштәре һәм әлбиттә, уҡыусылары араһында хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу уята. Өҫтәүенә, быларҙың барыһына ла етди сәбәптәр ҙә юҡ түгел. Тос хеҙмәт емештәре, өҫтәл тултырырлыҡ төрлө жанрҙарғы китаптар - ошолар түгелме тынғыһыҙ яҙыусы өсөн асыҡ дәлил?

Гөлшат Әхмәтҡужинаның 75 йәшлек юбилей осоро бигерәк тә уңышлы башланды, тиһәк, яҙыҡ булмаҫ. Гөлгизәр Фәйзи /ижадсының псевдонимы/ 2026 йылды роман, хикәйәләр һәм эссенан торған "Яңғыҙ күтәргән гөнаһ" исемле ҡалын китабы һәм балалар өсөн нәшер ителгән "Илаҡ крокодил" тигән йыйынтыҡ менән ҡаршы ала. 75 йәшлек юбилей емешле килде Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы өсөн. Уның ни тиклем тырышҡанын һәм ентекле эшләгәнен тапшырыуҙа ҡатнашҡан ҡәләмдәше, шулай уҡ шағирә, педогог, ижадсының яҡташы Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина ла һөйләп ишеттерҙе.

Гөлгизәр Фәйзи иһә артабан да ҡул ҡаушырып ултырырға уйламай. Алда – шиғри йыйынтыҡты тәртипкә килтереп, нәшергә әҙерләү. Әйткәндәй, уның шиғырҙарына республикабыҙҙың данлы композиторҙары бик күп йырҙар ижад иткән. Уларҙан музыкаль йыйынтыҡ сығарыу идеяһы ят булмаҫ инеме икән? Ижадсы хеҙмәттән ҡурҡмай. Яҙыусылар араһында "75 йәш – ғүмерҙең иң шәп осоро" - тиҙәрме әле? Уңышлы ғына булһын!

▶️ Смотрите видео

--------------------------

Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене!

Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач, производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».