Башҡортостандың туғыҙ махсус хәрби операция ветераны профессиональ оҫталыҡ буйынса “Абилимпикс” чемпионатының төбәк этабында ҡатнашасаҡ. “Абилимпикс” чемпионаты инвалидтар һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ойошторола. 2025 йылдан алып унда махсус хәрби операция ветерандары ла ҡатнаша. Быйыл уларҙан 800-ҙән ашыу заявка алынған, Башҡортостандан туғыҙ ветеран ҡатнашырға теләк белдергән. Бына улар: Сергей Семенов (иретеп йәбештереү технологиялары), Илгиз Ахунов (пилотһыҙ осоу аппараттары операторы), Дмитрий Полубояринов (ашнаҡсылыҡ), Артем Мөхәрәмов (водитель), Тимур Күсәрбәев (пицца эшләү оҫтаһы), Олег Мөфтәхетдинов (адаптив физкультура буйынса инструктор), Олег Хисмәтуллин (автомобиль ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү), Радмир Ғималов (бариста), Рәйес Рәхимов (пицца әҙерләү оҫтаһы).Профессиональ оҫталыҡ буйынса чемпионат Ҡазан ҡалаһында июнь айында үтәсәк.Егеттәргә еңеү теләйбеҙ! Фото:VK.com