Башҡортостан Республикаһының тағы 30 тораҡ пункты юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителде. Элемтәне һәм интернетты үҫтереү “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) милли проекты маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр төбәктең Дәүләт идара итеүен һанлы үҫтереү министрлығында. Провайдер 130 саҡрым оптик кабелдәр һалған, ул 4,7 мең йортто элемтә менән тәьмин иткән. Заманса тоташтырыу системаһы өйҙәге барлыҡ ҡоролмалар - смартфондар, компьютерҙар һәм телевизорҙар менән тотороҡло ҡулланыуҙы тәьмин итә. Бының ярҙамында кешеләр видеоэлемтә аша аралаша, фильмдар төшөрә һәм ҡарай, онлайн документтар менән эшләй, дәүләт хеҙмәттәрен дистанцияла ала. Элемтәнең юғары сифаты бер үк ваҡытта тиҙлекте һәм өҙөклөктәрҙе юғалтмайынса бер нисә ҡоролмала интернет менән файҙаланыу мөмкинлеге бирә. “Республика халҡын интернетҡа сифатлы тоташтырыу буйынса эш - төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Был граждандар өсөн к