Ауылда өләсәйҙәр һәр ваҡыт ашағандан һуң өҫтәлдә ҡалған ризыҡты ҡаплап ҡуя торғайны. Баҡһаң, бының сәбәптәре бар икән. Ризыҡҡа ҡағылышлы әҙәптәрҙең береһендә уны асыҡ килеш ҡалдырырға ярамай тигән ҡағиҙә бар. Аҙыҡты, һыуҙы “Бисмилләһ” һүҙе менән ҡапларға кәрәк. Тик был мотлаҡ талап түгел, асыҡ ҡалған ризыҡ гонаһ тип һыналмай, тик пәйғәмбәр әйткәнсә эшләү яҡшыраҡ. Ислам дине быны түбәндәгесә аңлата. Бер хәҙистә былай тиелгән: “Һауыт-һабаны ябығыҙ, һыулы һауыттарҙы ябығыҙ, ысынлап та, йылда бер төн бар, ул төндә ҡурҡыныс сир ергә төшә һәм әгәр ниндәйҙер сынаяҡ йәки һыулы һауыт ябылмаһа, ул мотлаҡ уға инәсәк. (Мөслим). Хәҙистә ниндәй сир булыуы тураһында әйтелмәй, тик фараздар буйынса, был – тағун (чума). Бәлки, Пәйғәмбәр йәшәгән саҡта был сара кәрәк булғандыр. Һәр хәлдә үҙеңдең тәнеңде һәм йәнеңде һаҡлау өсөн был сөннәтте үтәргә кәрәк. Һыу һалынған һауыттарҙы ла, ризыҡ һалынған һауыт-һабаны ла ябырға кәрәк. Был шайтандан һаҡланыу өсөн эшләнә, сөнки шайтан Аллаһ исеме менән ябылғанды аса