Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин Башҡортостандағы тәфтиш идаралығы етәксеһе Владимир Архангельскийға күсемһеҙ милек баҙарындағы мутлыҡ ғәмәлдәре тураһындағы енәйәт эшен тикшереү барышы тураһында хәбәр итергә ҡушты. Ведомство башлығының ҡыҫылыуына федераль телеканалдағы сюжет сәбәпсе булған – унда республика биләмәһендәге торлаҡ биналарҙа фатирҙарҙы өлөшләтә һатып алыусылар тураһында һөйләнелде. Журналистар фаразы буйынса, енәйәтселәр аңлы рәүештә фтирҙағы башҡа хужаларға йәшәү өсөн түҙеп торғоһоҙ шарттар тыуҙыра, уларҙы торлаҡтың үҙ өлөшөн бик отошло булмаған шарттарҙа һатырға мәжбүр итә. Республикала «Мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ведомство башлығы тикшереү барышын контролгә алды һәм телесюжетта яҙылған бөтә дәлилдәрҙе тикшереүҙе талап итте. Фото: социаль селтәрҙән.