!👏 Шүлгәнташ мәмерйәһенә рәсми рәүештә тарихи исеме ҡайтарылды Башҡортостанда иң мөһим тәбиғәт ҡомартҡыларының береһенең боронғо атамаһы теркәлде. Хәҙер федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫыбыҙ элекке "Капова мәмерйәһе" (Наскальные рисунки в Каповой пещере (Шульган-Таш) урынына рәсми рәүештә "Шүлгәнташ мәмерйәһе" («Шүлгәнташ мәмерйәһендә ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр») тип атала. Тарихи исем урындағы халыҡ тарафынан быуаттар буйы ҡулланылған һәм XVIII быуат яҙмаларында ла осрай. ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ул тап боронғо атамаһы - "Шүлгәнташ" исеме аҫтында индерелде!👏 Ҡарар архив материалдарын һәм тарихи-мәҙәни экспертиза үткәргәндән һуң ҡабул ителде! 🌿 Тарихи ғәҙеллек тантана итә!