Салауат районы Малаяҙ ауылында “Зарница 2.0” хәрби-патриотик уйындары уҙғарылды. Ярыштар мөмкин тиклем хәрби шарттарға яҡыныраҡ итеп ойошторолған. Уҡыусылар граната шартлауы тауышы һәм төтөн аҫтында командала эшләргә, зирәклек күрһәтергә һәм рух төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә өйрәнде. Сарала махсус тәғәйенләнештәге отрядтың МХО-ла хәрби бурысын үтәгән “Кадет”, “Грек” һәм “Коба” позывнойлы тәжрибәле яугирҙәренең БПЛА менән оҫталыҡ дәресе торҙо. Хәрби хеҙмәткәрҙәр уҡыусыларға пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү буйынса уникаль дәрес үткәрҙе. Уҡыусылар заманса ҡорамалдарҙы күреп кенә ҡалманы, шулай уҡ үҙҙәрен дрон операторҙары ролендә һынап ҡарай алды. Бынан тыш, яугирҙәр фронт көндәре, алғы һыҙыҡта ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килеүе, хәрби рухты һаҡларға нимә ярҙам итеүе тураһында һөйләне. Ватанды һаҡлаусылар менән йәнле аралашыу, үҙ-ара ярҙам тураһында һөйләшеүҙәр “Зарница”ла ҡатнашыусылар өсөн ысын мәғәнәһендә илһөйәрлек һәм батырлыҡ дәресе булды. ("На земле Салавата"
“Кадет”, “Грек” һәм “Коба” пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәтте
2 дня назад2 дня назад
1 мин