Өфөлә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған «Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге» Бөтә Рәсәй ижади фестиваль-конкурсының беренсе этабы старт алды. Унда Рәсәй Федерацияһы оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева ла ҡатнашты. – Бындай фестивалде уҙғарыу – Башҡортостан өсөн ҙур хөрмәт. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡаттнашыусылар – беҙҙең өсөн төп кешеләр. Шул нигеҙҙә мөһим идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итәбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо сараға йыйылғандарға тәбрикләү һүҙендә. – Был залда геройҙарыбыҙҙың әсәйҙәре һәм ҡатындары, шул иҫәптән – яуҙа һәләк булғандарҙың әсәләре һәм ҡатындары. Һеҙ борсолаһығыҙ, ҡулдарына ҡорал тотоп Ватанды һаҡлаған туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ, бөтә яугирҙар өсөн доға ҡылаһығыҙ. Беҙгә, ир-егеттәргә, ышаныслы таяныс булып ҡалған бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт һүҙҙәре һәм түбән сәждә. Яугирҙәребеҙ еңеү менән ҡайтһын өсөн бергәләп барыһын да эшләйәсәкбеҙ.