Найти в Дзене

МХО ветераны йәштәр менән осрашты

Мәләүез күп профилле колледжында студенттар махсус хәрби операция яугирҙәренең рухи остазы Рәфис хәҙрәт Сафин менән осрашты. Рәфис Риф улы – махсус хәрби операция ветераны. Бөгөн алғы һыҙыҡта алынған яраларҙан һуң реабилитация курсы үтә. Һыҙланыуҙарына ҡарамай, уҡыусылар һәм студенттар менән осрашыуҙарға йөрөй. Яугир алғы һыҙыҡтағы хәрби дуҫлыҡ көсө тураһында һөйләне. Хәрби антҡа, илһөйәрлеккә тоғро егеттәр үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, дуҫын ҡотҡара. Рәфис Сафин ике йыл дауамында, мобиль мәсеттең полк имамы булараҡ, подразделениеларға сыға. Был миссия алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә һәм офицерҙарға рухи көс өҫтәү, дини йолалар уҙғарыуҙы күҙ уңында тота. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәфис Сафин БР Башлығы Радий Хәбиров Указы менән генерал Шайморатов ордены, “Армия генералы Маргелов” миҙалы һәм “Ҡаһарманлыҡ өсөн” күкрәк билдәһе һәм башҡа хәрби наградалар менән бүләкләнгән. Сығанаҡ һәм фото: “Көнгәк” гәзите (vk.com/bewellforever) Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Оглавление
    МХО ветераны йәштәр менән осрашты
МХО ветераны йәштәр менән осрашты

МХО ветераны йәштәр менән осрашты

Рәфис Риф улы – махсус хәрби операция ветераны. Бөгөн алғы һыҙыҡта алынған яраларҙан һуң реабилитация курсы үтә. Һыҙланыуҙарына ҡарамай, уҡыусылар һәм студенттар менән осрашыуҙарға йөрөй.

Мәләүез күп профилле колледжында студенттар махсус хәрби операция яугирҙәренең рухи остазы Рәфис хәҙрәт Сафин менән осрашты.

Рәфис Риф улы – махсус хәрби операция ветераны. Бөгөн алғы һыҙыҡта алынған яраларҙан һуң реабилитация курсы үтә. Һыҙланыуҙарына ҡарамай, уҡыусылар һәм студенттар менән осрашыуҙарға йөрөй. Яугир алғы һыҙыҡтағы хәрби дуҫлыҡ көсө тураһында һөйләне. Хәрби антҡа, илһөйәрлеккә тоғро егеттәр үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, дуҫын ҡотҡара.

Рәфис Сафин ике йыл дауамында, мобиль мәсеттең полк имамы булараҡ, подразделениеларға сыға. Был миссия алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә һәм офицерҙарға рухи көс өҫтәү, дини йолалар уҙғарыуҙы күҙ уңында тота.

Намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәфис Сафин БР Башлығы Радий Хәбиров Указы менән генерал Шайморатов ордены, “Армия генералы Маргелов” миҙалы һәм “Ҡаһарманлыҡ өсөн” күкрәк билдәһе һәм башҡа хәрби наградалар менән бүләкләнгән.

Сығанаҡ һәм фото: “Көнгәк” гәзите (vk.com/bewellforever)

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!