Өфөнән Макс позывнойлы яугир махсус хәрби операцияға 2023 йылдың апрелендә «Башҡортостан» полкы составында китә. Башта ул БМПла наводчик-оператор булып хеҙмәт итә. Бөгөн иһә алғы һыҙыҡта пилотһыҙ аппараттар йыйыу менән шөғөлләнә. Макс махсус хәрби операция башланғандан алып стратегия бер нисә тапҡыр үҙгәргәрҙе, ти. - Махсус хәрби операцияға китеүемә апрелдә өс йыл тула. Хәҙергә тактика тулыһынса үҙгәрҙе: беҙ юғары технологиялар һуғышына күстек. Дрондар һәм улар менән идара иткән операторҙар ҙур роль уйнай. Шуға күрә «Башҡортостан» полкы базаһында пилотһыҙ осоу аппараттарын үҙебеҙ етештерәбеҙ һәм ремонтлайбыҙ. Ошонда уҡ БПЛА менән идара итергә өйрәтәбеҙ, - ти Макс, - Бөгөн БПЛА ғәскәрҙәре - фронтты алға әйҙәүсе төп көс. Бер оҫта оператор тотош взводты алмаштыра ала һәм беҙҙең армияны ҙур юғалтыуҙарҙан һаҡлай. "Башҡортостан" полкы хәрби подразделениеларының береһендә БПЛА йыйыу цехы асылған. 3D-принтерҙар ярҙамында урында пластик катушкалар етештерелә, артабан оптик сүс менән идара ителе