Найти в Дзене

Йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртергә мөмкин

Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш айҡанлы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү аҙнаһы иғлан итте. Йоғошло ауырыуҙар сир таратыусы микроорганизмдар булғанда барлыҡҡа килә һәм сирле кешенән һау-сәләмәт кешегә йоға. Инфекцияның таралыу юлдары төрлө. Һауа-тын алыу юлы (киҙеү, һалҡын тейҙереү, һыу сәсәге, быума йүтәл һәм башҡалар) менән таралған сирҙәрҙе булдырмау өсөн битлек кейегеҙ, биналарҙы даими елләтегеҙ, кешеләр күп тупланған ерҙә булмаҫҡа тырышығыҙ. Аҙыҡ ҡулланыу (алиментар) юлы (эсәк инфекциялары, сальмонеллез, А вирус гепатиты) менән барлыҡҡа килгән сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә шәхси гигиена ҙур роль уйнай. Ҡулдарҙы, йәшелсә-емеште яҡшы йыуыу, биналарҙа таҙалыҡ һаҡлау сирҙәр йоғоуынан һаҡлаясаҡ. В һәм С гепатиты, ВИЧ сирҙәрен йоҡтормау өсөн төрлө һаҡланыу сараларын файҙаланыу ҡаралған. Ҡан юлы (В вируслы гепатит, ВИЧ) аша йоҡҡан сирҙәрҙе иҫкәртеү бик мөһим. Медицина процедураларында стериллек һаҡлау, хәүефле шарттарҙа татуировкалар эшләтеүҙән баш тартыу сәләмәтлегег
Оглавление
    Йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртергә мөмкин
Йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртергә мөмкин

Йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртергә мөмкин

Инфекцияның таралыу юлдары төрлө...

Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш айҡанлы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү аҙнаһы иғлан итте.

Йоғошло ауырыуҙар сир таратыусы микроорганизмдар булғанда барлыҡҡа килә һәм сирле кешенән һау-сәләмәт кешегә йоға. Инфекцияның таралыу юлдары төрлө. Һауа-тын алыу юлы (киҙеү, һалҡын тейҙереү, һыу сәсәге, быума йүтәл һәм башҡалар) менән таралған сирҙәрҙе булдырмау өсөн битлек кейегеҙ, биналарҙы даими елләтегеҙ, кешеләр күп тупланған ерҙә булмаҫҡа тырышығыҙ.

Аҙыҡ ҡулланыу (алиментар) юлы (эсәк инфекциялары, сальмонеллез, А вирус гепатиты) менән барлыҡҡа килгән сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә шәхси гигиена ҙур роль уйнай. Ҡулдарҙы, йәшелсә-емеште яҡшы йыуыу, биналарҙа таҙалыҡ һаҡлау сирҙәр йоғоуынан һаҡлаясаҡ. В һәм С гепатиты, ВИЧ сирҙәрен йоҡтормау өсөн төрлө һаҡланыу сараларын файҙаланыу ҡаралған. Ҡан юлы (В вируслы гепатит, ВИЧ) аша йоҡҡан сирҙәрҙе иҫкәртеү бик мөһим. Медицина процедураларында стериллек һаҡлау, хәүефле шарттарҙа татуировкалар эшләтеүҙән баш тартыу сәләмәтлегегеҙҙе һаҡларға ярҙам итер.

Йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү сараларына вакцина яһатыу, гииена ҡағиҙәләрен үтәү, сәләмәт йәшәү рәүеше, хәүефһеҙ хеҙмәт һәм эш шарттарын индерергә мөмкин.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.