Найти в Дзене

МХО ветерандары бер йәһәттән дә һынатмай

Башҡортостан Республикаһының МХО ветерандары ассоциацияһы кисәге яугирҙәрҙе тыныс тормошҡа ҡайтарыу, уларға матди, юридик һәм рухи йәһәттән ярҙам итеү, хәрбиҙәрҙе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшенә йәлеп итеү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса маҡсатлы эштәр алып бара. Ассоциация рәйесе Оскар Ситдиҡов мәғлүмәт һуғышы шарттарында балаларҙы тәрбиәләүҙең беренсе планға сығыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Йәш быуын менән системалы һәм ихлас эшмәкәрлек кенә иртәгәһе көнөбөҙ өсөн лайыҡлы алмаш тәрбиәләүгә нигеҙ була аласаҡ”, – тип билдәләне ул. Батырлыҡ дәрестәре Ассоциацияның эш йүнәлештәренә ярашлы, МХО ветерандары мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында үткәрелгән батырлыҡ дәрестәрендә, төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша. “Шуны аңлау мөһим: батырлыҡ дәресе – ул балалар өндәшмәй генә тыңлаған, ә өлкәндәр махсус хәрби операция яландарындағы хәлдәр тураһында һөйләгән күнекмә түгел. Ул формаль отчет йәки ҡоро лекция ла түгел. Батырлыҡ дәресе – ул тәү сиратта һөйләшеү. Оло һәм бала кешенең аралашыуы. Яугир м
Оглавление
    МХО ветерандары бер йәһәттән дә һынатмай
МХО ветерандары бер йәһәттән дә һынатмай

МХО ветерандары бер йәһәттән дә һынатмай

Хәрби хеҙмәткәрҙәр “Пилотһыҙ системалар” федераль проектына ярашлы дрондар менән эшләү буйынса махсуслашҡан кластарҙа ла булып, уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Улар был йүнәлештең бөгөнгө шарттарҙа ни тиклем мөһим булыуы, дрондарҙың махсус хәрби операция шарттарында ниндәй бурыстар үтәүе, шулай уҡ был тармаҡтың тыныс тормошта ла бик ихтыяжлы икәнлеге хаҡында һөйләй.

Башҡортостан Республикаһының МХО ветерандары ассоциацияһы кисәге яугирҙәрҙе тыныс тормошҡа ҡайтарыу, уларға матди, юридик һәм рухи йәһәттән ярҙам итеү, хәрбиҙәрҙе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшенә йәлеп итеү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса маҡсатлы эштәр алып бара. Ассоциация рәйесе Оскар Ситдиҡов мәғлүмәт һуғышы шарттарында балаларҙы тәрбиәләүҙең беренсе планға сығыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Йәш быуын менән системалы һәм ихлас эшмәкәрлек кенә иртәгәһе көнөбөҙ өсөн лайыҡлы алмаш тәрбиәләүгә нигеҙ була аласаҡ”, – тип билдәләне ул.

Батырлыҡ дәрестәре

Ассоциацияның эш йүнәлештәренә ярашлы, МХО ветерандары мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында үткәрелгән батырлыҡ дәрестәрендә, төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша.

“Шуны аңлау мөһим: батырлыҡ дәресе – ул балалар өндәшмәй генә тыңлаған, ә өлкәндәр махсус хәрби операция яландарындағы хәлдәр тураһында һөйләгән күнекмә түгел. Ул формаль отчет йәки ҡоро лекция ла түгел. Батырлыҡ дәресе – ул тәү сиратта һөйләшеү. Оло һәм бала кешенең аралашыуы. Яугир менән йәш граждандың ғәҙел, асыҡ, ышанысҡа ҡоролған аралашыуы”, ­– ти яугирҙәр үҙҙәре бындай дәрестәр тураһында.

Ошондай осрашыуҙарҙың береһе Ҡырмыҫҡалы районындағы Бәлиғ булмағандарҙы реабилитациялау үҙәгендә үткән. Унда хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм үҙәк район дауаханаһы фельдшеры Айһылыу Миңлехан ҡыҙы ҡатнашҡан.

“Аралашыу бик ихлас булды һәм ышанысҡа ҡоролдо. Ветерандар хәрби хеҙмәт хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты, бөгөнгө ваҡиғалар һәм иң мөһиме – Ватанға һөйөү хаҡында һөйләне. Шулай уҡ кисәге яугирҙәр балалар менән берҙәмлек, яуаплылыҡ һәм ярҙамға килергә әҙерлек тураһында фекер алыштылар”, – ти байрамды ойоштороусылар.

Ғөмүмән, кисәге МХО яугирҙәре кешеләргә тыныс тормошта ла – үҙ ҡалаларында һәм ауылдарында ла туған халҡына, тыуған еренә хеҙмәт итеүен дауам итә. Хәрби хәрәкәттәр ветераны, мотоуҡсылар полкының взвод командиры, 25 йыллыҡ тәжрибәгә эйә кинолог Алексей Романович Крылов Бөрө ҡалаһының 12-се балалар баҡсаһында булып, тәрбиәләнеүселәр өсөн “Батырлыҡ дәресе” үткәргән.

МХО яугирҙәре балалар ҡатнашлығындағы спорт ярыштарында, төрлө сараларҙа ла әүҙем сығыш яһай. Мәҫәлән, март айында Ҡалтасы районында МХО яугирҙәренең балалары һәм ҡатындары ҡатнашлығында “Күңелле старттар” спорт ярыштары үткән. Сараны “БР махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы”, “Ватанды һаҡлаусылар фонды”ның урындағы филиалы һәм “Ғаилә” үҙәге вәкилдәре ойошторған. Ә Белоретта МХО ветерандары балалар менән бергә хоккей ярыштарында ҡатнашҡан.

Пилотһыҙ системалар тураһында ла аңлатыу эше алып баралар

Хәрби хеҙмәткәрҙәр “Пилотһыҙ системалар” федераль проектына ярашлы дрондар менән эшләү буйынса махсуслашҡан кластарҙа ла булып, уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Улар был йүнәлештең бөгөнгө шарттарҙа ни тиклем мөһим булыуы, дрондарҙың махсус хәрби операция шарттарында ниндәй бурыстар башҡарыуы, шулай уҡ был тармаҡтың тыныс тормошта ла бик ихтыяжлы була барыуы тураһында һөйләй.

Белеүебеҙсә, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендәге, шул иҫәптән Башҡортостандағы хәрби хеҙмәткә йыйыу буйынса пункттарҙа пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә хеҙмәткәрҙәр туплана.

Пилотһыҙ система ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр – юғары класлы, яҡшы әҙерлекле, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр. Шуға күрә улар өсөн айырым шарттар булдырыла һәм унда урындар һаны ла сикләнгән.

  • Был контрактсыларға башҡа яугирҙәргә тәғәйен кеүек үк түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡаралған, ләкин улар өсөн айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар.
  • Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә
  • Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
  • Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеүгә бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.
  • Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә (урындар булған осраҡта) уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.
  • Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50 000 – 500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
  • Рәсәй граждандары булған ир-егеттәр генә контракт төҙөй ала. Яңы подразделениеларҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәрби-иҫәп белгеслектәре әлегә ҡаралмаған.
  • FPV-дрон операторы булыу өсөн йәш буйынса талап – 18 йәштән 35 йәшкәсә, ә башҡа белгестәр өсөн – 18 – 45 йәш.
  • Физик яҡтан үҫешкән булыу һәм һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ.
  • Туғыҙ кластан да кәм булмаған белемдең булыуы мотлаҡ.
  • Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булыу шарт. Башҡа төрлө суд ҡарарҙары осрағында ҡарар һәр кемгә ҡарата шәхсән рәүештә ҡабул ителә.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

  • Үҙең йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа
  • Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156)
  • “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә заявка ҡалдырырға мөмкин
  • Контракт буйынса хеҙмәткә ҡағылышлы һорауҙар менән ҡыҙыу линияға мөрәжәғәт итергә: – 122

Фотолар: Башҡортостан Республикаһының МХО ветерандары ассоциацияһынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!