Найти в Дзене

Маркетплейста эшләргә өйрәнделәр

Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Өфө ҡалаларында эшҡыуарҙар өсөн “Тиҙ старт һәм нигеҙҙәр” тип аталған маркетплейстар буйынса оҫталыҡ дәрестәре циклдары үткәрелде. Уларҙа үҙ продукцияһын һанлы сауҙа майҙансыҡтарына сығарырға йәки унда ҡатнашырға теләгән 80-дән ашыу эшҡыуар, етештереүсе һәм һатыусы ҡатнашты. Сара, “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлығының “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәге тарафынан республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында үткәрелде. Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина эшҡыуарҙарға һанлы иҡтисадты көйләгән, быйыл көҙ көсөнә инәсәк яңы федераль закон нормалары тураһында мәғлүмәт биреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ozon эше буйынса эксперт һәм SEO-аналитик Гөлнара Моратова эксперт булды. Ул маркетплейстарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ иткән тәжрибәһе менән уртаҡ
Оглавление
    Маркетплейста эшләргә өйрәнделәр
Маркетплейста эшләргә өйрәнделәр

Маркетплейста эшләргә өйрәнделәр

Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина эшҡыуарҙарға һанлы иҡтисадты көйләгән, быйыл көҙ көсөнә инәсәк яңы федераль закон нормалары тураһында мәғлүмәт биреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды

Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Өфө ҡалаларында эшҡыуарҙар өсөн “Тиҙ старт һәм нигеҙҙәр” тип аталған маркетплейстар буйынса оҫталыҡ дәрестәре циклдары үткәрелде. Уларҙа үҙ продукцияһын һанлы сауҙа майҙансыҡтарына сығарырға йәки унда ҡатнашырға теләгән 80-дән ашыу эшҡыуар, етештереүсе һәм һатыусы ҡатнашты.

Сара, “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлығының “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәге тарафынан республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында үткәрелде.

Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина эшҡыуарҙарға һанлы иҡтисадты көйләгән, быйыл көҙ көсөнә инәсәк яңы федераль закон нормалары тураһында мәғлүмәт биреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ozon эше буйынса эксперт һәм SEO-аналитик Гөлнара Моратова эксперт булды. Ул маркетплейстарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ иткән тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаттары – иҡтисад, финанс баҙары үҫеше, көнәркәшлек, эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеге, инвестициялар үҫеше. Айырыуса иғтибар иҡтисад, юғары технологиялар һәм йәштәр йүнселлегенә бүленгән.

Сығанаҡ, фото: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

.