Найти в Дзене

“Аҡыллы йорт” ярҙамға килә

Яңауылда “Ватанды яҡлаусылар” дәүләт фонды ярҙамында махсус хәрби операция ветераны Фәдис Фазыловтың торлағын уңайлыраҡ итеү өсөн яраҡлаштырыу эштәре башланды. – Был программа хаҡында социаль координатор Гөлназ Бәшүрова аша белдем. Тәүҙә кәрәкле документтарҙы туплап тапшырҙым, аҙаҡ комиссия фатирға тикшереү үткәрҙе, йәшәү шарттарын ҡараны, – ти яугир. Фәдис махсус хәрби операция зонаһына 2024 йылдың февралендә юллана. “Башҡортостан” полкында гранатометчик булып хеҙмәт итә. Көндәрҙең береһендә “Молчун”ға яраланған яугирҙе эвакуациялау эшен йөкмәтәләр. Ут аҫтында яраланған һалдатты үлемдән ҡотҡара, медицина хеҙмәткәрҙәренә илтеп тапшыра. “Төндәр унда бик ҡараңғы. Эргәңдәге кешене лә шәйләүе ауыр. Кире ҡайтҡанда баҫыу аша сығырға тура килде, беҙҙең төркөмдө дрон-камикадзе эҙәрләне. Минең баш өҫтөндә генә шартлау яңғыраны. Яраланған көйө носилкала ятҡанда дошмандың икенсе дроны тағы һөжүм итергә маташты”, – тип хәтерләй ул көндәрҙе ветеран. Оҙаҡ дауаланырға тура килә. Луганск, Ростов
Оглавление
     “Аҡыллы йорт” ярҙамға килә
“Аҡыллы йорт” ярҙамға килә

“Аҡыллы йорт” ярҙамға килә

Яугирҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн фатирҙа барыһы ла уйланып эшләнгән

Яңауылда “Ватанды яҡлаусылар” дәүләт фонды ярҙамында махсус хәрби операция ветераны Фәдис Фазыловтың торлағын уңайлыраҡ итеү өсөн яраҡлаштырыу эштәре башланды.

– Был программа хаҡында социаль координатор Гөлназ Бәшүрова аша белдем. Тәүҙә кәрәкле документтарҙы туплап тапшырҙым, аҙаҡ комиссия фатирға тикшереү үткәрҙе, йәшәү шарттарын ҡараны, – ти яугир.

Фәдис махсус хәрби операция зонаһына 2024 йылдың февралендә юллана. “Башҡортостан” полкында гранатометчик булып хеҙмәт итә. Көндәрҙең береһендә “Молчун”ға яраланған яугирҙе эвакуациялау эшен йөкмәтәләр. Ут аҫтында яраланған һалдатты үлемдән ҡотҡара, медицина хеҙмәткәрҙәренә илтеп тапшыра.

“Төндәр унда бик ҡараңғы. Эргәңдәге кешене лә шәйләүе ауыр. Кире ҡайтҡанда баҫыу аша сығырға тура килде, беҙҙең төркөмдө дрон-камикадзе эҙәрләне. Минең баш өҫтөндә генә шартлау яңғыраны. Яраланған көйө носилкала ятҡанда дошмандың икенсе дроны тағы һөжүм итергә маташты”, – тип хәтерләй ул көндәрҙе ветеран.

Оҙаҡ дауаланырға тура килә. Луганск, Ростов , Мәскәү... Ҡан зарарланғас, аяҡты ампутацияларға тура килә. “Молчун”ды Новосибирскиға протез ҡуйыу өсөн ебәрәләр.

Яугирҙең ике бүлмәле фатирын яраҡлаштырыу башланған, белгестәр моноблок менән өҫтәлде урынлаштырған. Яңы кухня ҡуйыласаҡ. Робот-саң һурҙырғыс, аҡыллы розеткалар, датчиктар, домофон һәм йыһаздар – барыһы ла буласаҡ, барыһы ла йәшәү шарттарын еңеләйтеү өсөн уйланып эшләнгән.

Фото:”Янаульские зори”.