Найти в Дзене

Иремдең улы менән минең ҡыҙым өйләнешергә теләй

"Бәйләнештә"ге төркөмдөң береһендә түбәндәге яҙмаға юлыҡтыҡ. Был осраҡта авторға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? "Бына бер хәл. Ғәжәп. Нишләргә лә белмәйем. Беренсе ирем ныҡ эсеп, ҡул күтәргәс, ҡыҙыма 6 йәш саҡта айырылып сығып киттем. Себер яҡтарына күсеп, ипотекаға квартира алып, кухняла эшләп баламды күтәрҙем. Кеше араһында хур булмаҫҡа тип тырыштым. Тағы кейәүгә сығыу башыма ла кермәне, сөнки беренсеһе елегемә үткәйне. Эсеп, бер ҡайҙа эшләмәй, кешегә өмәгә йөрөп иҫерек ҡайта ине, шунан донъя туҙҙырып беҙҙе ҡыуа ине. Ҡыҙым менән 9 йыл икәү генә йәшәп, матур итеп уҡыттым, тәрбиәле итеп үҫтерҙем. Шунан йәйге ялға ҡайтҡан саҡта әлеге тормош иптәшем менән таныштыҡ. Беҙ Себергә киткәс, беҙҙең арттан килеп йөрөнө, вахта менән эшкә урынлашты. Бик тыныс холоҡло, аҡыллы ир. Егәрле, ярҙамсыл. Ҡатыны үлгән, улы менән ҡыҙын үҙе ҡарай ине. Балаларын да күсереп килтерҙе. Беҙгә килеп йөрөнөләр, балалар үҙ-ара дуҫлашты. Шулайтып бергә йәшәй башланыҡ. Хәҙер алты йылға яҡын бергәбеҙ, шундай һәйбәт кеше, а
Оглавление
    Иремдең улы менән минең ҡыҙым өйләнешергә теләй
Иремдең улы менән минең ҡыҙым өйләнешергә теләй

Иремдең улы менән минең ҡыҙым өйләнешергә теләй

Беҙ уларҙы дуҫтарса ғына аралаша икән тиһәк, бер-береһен оҡшатып, орсашып йөрөгәндәр икән. Ирем менән икебеҙ ҙә аптырашта ҡалдыҡ. Хәҙер беҙ законлы ир менән ҡатын ғына түгел, ҡоҙа менән ҡоҙағый ҙа булып сығабыҙ...

"Бәйләнештә"ге төркөмдөң береһендә түбәндәге яҙмаға юлыҡтыҡ. Был осраҡта авторға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

"Бына бер хәл. Ғәжәп. Нишләргә лә белмәйем.

Беренсе ирем ныҡ эсеп, ҡул күтәргәс, ҡыҙыма 6 йәш саҡта айырылып сығып киттем. Себер яҡтарына күсеп, ипотекаға квартира алып, кухняла эшләп баламды күтәрҙем. Кеше араһында хур булмаҫҡа тип тырыштым.

Тағы кейәүгә сығыу башыма ла кермәне, сөнки беренсеһе елегемә үткәйне. Эсеп, бер ҡайҙа эшләмәй, кешегә өмәгә йөрөп иҫерек ҡайта ине, шунан донъя туҙҙырып беҙҙе ҡыуа ине.

Ҡыҙым менән 9 йыл икәү генә йәшәп, матур итеп уҡыттым, тәрбиәле итеп үҫтерҙем. Шунан йәйге ялға ҡайтҡан саҡта әлеге тормош иптәшем менән таныштыҡ. Беҙ Себергә киткәс, беҙҙең арттан килеп йөрөнө, вахта менән эшкә урынлашты. Бик тыныс холоҡло, аҡыллы ир. Егәрле, ярҙамсыл. Ҡатыны үлгән, улы менән ҡыҙын үҙе ҡарай ине. Балаларын да күсереп килтерҙе. Беҙгә килеп йөрөнөләр, балалар үҙ-ара дуҫлашты. Шулайтып бергә йәшәй башланыҡ. Хәҙер алты йылға яҡын бергәбеҙ, шундай һәйбәт кеше, ауыр һүҙ әйтеү түгел, ҡулыма 3 килонан артыҡ ауыр нәмә лә күтәртмәй. Тырышып донъя көтә, уның менән миңә еңел. Балаларҙы тигеҙ ҡарап, матур итеп үҫтерергә тырыштым. Хәҙер оло балалар уҡырға инеп айырым сығып китте.

Һәм шаҡ ҡатҡыс хәбәр: уның улы менән минең ҡыҙым өйләнешергә теләй. Балалар йәштәш. Беҙ уларҙы дуҫтарса ғына аралаша икән тиһәк, бер-береһен оҡшатып, осрашып йөрөгәндәр икән. Ирем менән икебеҙ ҙә аптырашта ҡалдыҡ. Хәҙер беҙ законлы ир менән ҡатын ғына түгел, ҡоҙа менән ҡоҙағый ҙа булып сығабыҙ. Ике ут араһында ҡалдыҡ, нишләргә лә белгән юҡ. Минең урында ҡалған кеше юҡтыр ул, аңламаҫтар ҙа. Бына шулай беҙҙең хәлдәр", - тип яҙған ҡатын.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Кәримә Усманова фотоһы

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan