Бүздәк — Саҡмағош — Дүртөйлө трассаһы участкаһы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса норматив хәлгә килтереләсәк. Объекттың оҙонлоғо биш километр тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. – Бүздәк — Саҡмағош — Дүртөйлө юлы терәк селтәренең бер өлөшө булып тора һәм Благовар, Бүздәк, Саҡмағош, Дүртөйлө райондарының ауылдарын тоташтыра. Был йүнәлеш М-5 “Урал” , М-12 “Көнсығыш” федераль трассаларына барыуҙы тәьмин итә. Көн һайын унда 3,6 меңдән ашыу автомобиль йөрөй, — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Эштәр Благовар һәм Бүздәк райондарында Шиғайҡолбаш һәм Көҙәй ауылдары араһында планлаштырылған. Юлсылар унда асфальт-бетон япманы яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя. Подряд ойошмаһы ремонтты 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамларға тейеш. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проект буйынса республикала быйыл 170 километрҙан кәм булмаған терәк юл селтәрен но