“Миңә 43 йәш, әсәйемә – 70. Әллә ҡасан үҙ ғаиләм бар, балаларым да үҫеп буй еткереп бөтөп бара. Ә әсәйем... һаман мине контролдә тоторға маташа. Арыным! Ағайым менән мине әсәйем яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерҙе. Атайыбыҙ йәшләй генә төрмәгә эләгеп, шунда үлеп ҡала. Уны иҫләмәйем дә тиерлек. Балаларым үгәй атай ҡулында үҫмәһен тип, ул башҡаса кейәүгә сыҡманы. Ә беҙ, әйткәндәй, унан бындай ҡорбан һораманыҡ. Һүҙ ҙә юҡ, беҙҙе кеше араһында кәм-хур булмаһындар тип ныҡ тырышты, бер юлы ике, хатта өс урында эшләгән саҡтары ла булды. Бай йәшәмәһәк тә, юҡлыҡ та күреп интекмәнек. Бының өсөн уға ҙур рәхмәт, әлбиттә. Бәләкәй ҡалала торабыҙ. Ағайым ғаиләһе менән алыҫта, себерҙә йәшәй. Ҡартайған көнөндә яңғыҙ булмаһын тип әсәйемде лә яныбыҙға, беҙҙән алыҫ булмаған йортҡа күсереп алдыҡ. Ул ауыл тип бер ҡасан да йәбешеп ятманы һәм ихлас ризалашып күсте. Әммә шул көндән беҙҙе йонсота башланы. Унда беҙҙең фатирҙың асҡысы бар. Көндөҙ ирем менән мин эштә, балалар мәктәптә, колледжда. Ә әсәйем, көн һайын ошо ваҡыт