Йә, Аллаһ! Һинең гүзәл исемдәрең менән һорайым: балаларымды рәхимең менән солғап ал! Уларға хәйерле ғүмер, яҡты яҙмыш насип ит! Йә Аллаһ, уларҙың иманын нығыт! Көсһөҙҙәренә көс, ауырыуҙарына шифа бир! Тәндәрен нығыт, күреү-ишетеү һәләттәрен һаҡла, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп үҫтер. Йә Аллаһым, үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларымды сир-сырхауҙан, ауыр хаталарҙан, гонаһтарҙан һаҡла. Тормош юлында аҙашып, яман ғәҙәттәргә төшмәһендәр. Йә Аллаһ, балаларыбыҙ атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт менән тыңлап торһон. Беҙгә ҡарата ҡаты бәғерле, аяуһыҙ булмаһындар. Йә Раббым, балаларыбыҙҙы иманлы, тәртипле, бәхетле итеп үҫтерергә беҙгә аҡыл һәм сабырлыҡ бир. Бәхет башы — тәүфиҡ. Иң тәүҙә тәүфиҡле ит! Йә Аллаһым, үҙ ҡөҙрәтең менән балаларымды яуыз кешеләрҙән, яман күҙҙәрҙән, ялған һүҙҙәрҙән һаҡла. Юлдарында изге кешеләр генә осраһын, хаслыҡ-яманлыҡтар ҡағылмаһын. Йә Раббым, балаларымды кеше рәнйетеүҙән, яуызлыҡ ҡылыуҙан тый. Үҙҙәрен дә хаҡһыҙ рәнйетмәһендәр. Көнсөл-хөсөт кешеләрҙең насар