Найти в Дзене

Май байрамдарында йәйге эҫе көтөлә

Киләһе яҙғы айҙарҙа һауа торошо ярайһы уҡ үҙгәреүсән буласаҡ. Апрелдә йәйге йылы ҡапыл һыуытыу менән алмашынып торасаҡ. Мәҫәлән, көндөҙгө 26 градуслы эҫегә алмашҡа +2 килә, төндә минусҡа тиклем төшә. Алдағы ике айға фараз менән синоптиктар таныштырҙы. “Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, апрелдең тәүге декадаһында иң эҫе көндәр айҙың беренсе һәм икенсе көндәрендә көтөлә. Көндөҙ термометр бағанаһы +15, +17, төндә +10 градусҡаса күтәрелә. 3 апрелдән 10-на тиклем көндөҙ +9, +13 градусҡаса, төндә -2 градусҡаса һыуыта. Һауа температураһының тағы ла түбәнәйеүе 13 апрелгә тура киләсәк. 13 апрелдән 16-на тиклем көндөҙ +4, +6 градусҡа тиклем һәм төндә 4 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал. 17 апрелдән йылы һауа массаһы республиканы ҡаплаясаҡ. 25 апрелдән һауа температураһы +25 градусҡаса күтәрелә. Әммә 27 апрелгә һауа +10 градусҡа тиклем генә йылына, ә икенсе көндө +2 градусҡа тиклем һыуыта, төндә йәнә минус температура була. 1 майҙан температура күтәрелә, +15 градус, ә икенсе көндән +20 градус бил
Оглавление
    Май байрамдарында йәйге эҫе көтөлә
Май байрамдарында йәйге эҫе көтөлә

Май байрамдарында йәйге эҫе көтөлә

Синоптиктар апрель һәм май айының ниндәй булырын күҙалланы.

Киләһе яҙғы айҙарҙа һауа торошо ярайһы уҡ үҙгәреүсән буласаҡ. Апрелдә йәйге йылы ҡапыл һыуытыу менән алмашынып торасаҡ. Мәҫәлән, көндөҙгө 26 градуслы эҫегә алмашҡа +2 килә, төндә минусҡа тиклем төшә. Алдағы ике айға фараз менән синоптиктар таныштырҙы.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, апрелдең тәүге декадаһында иң эҫе көндәр айҙың беренсе һәм икенсе көндәрендә көтөлә.

Көндөҙ термометр бағанаһы +15, +17, төндә +10 градусҡаса күтәрелә. 3 апрелдән 10-на тиклем көндөҙ +9, +13 градусҡаса, төндә -2 градусҡаса һыуыта.

Һауа температураһының тағы ла түбәнәйеүе 13 апрелгә тура

киләсәк. 13 апрелдән 16-на тиклем көндөҙ +4, +6 градусҡа тиклем һәм төндә 4 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал. 17 апрелдән йылы һауа массаһы республиканы ҡаплаясаҡ. 25 апрелдән һауа температураһы +25 градусҡаса күтәрелә. Әммә 27 апрелгә һауа +10 градусҡа тиклем генә йылына, ә икенсе көндө +2 градусҡа тиклем һыуыта, төндә йәнә минус температура була.

1 майҙан температура күтәрелә, +15 градус, ә икенсе көндән +20 градус билдәһен үтә. “Фобос” белгестәре 5 һәм 6 майҙа көндөҙ +27, +28 градус, төндә +10 градустан саҡ ҡына күберәк буласағын фаразлай.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!