"Туғандар! Зыяны юҡ, файҙаһы тейер, тигән дауалау ысулы бар халыҡта. Ул - ризыҡ менән дауалау. Нервылар ҡаҡшау арҡаһында төрлө сирҙәргә дусар булабыҙ. Шуларҙың береһе - тәнгә сабыртма (сыпь) сығыу. Бер йылы был йән ыҙалатҡыс сир менән яфаланып алғайным инде. Йылдан ашыу. Дауаланыуҙың төрө-ысулы ҡалмағандыр. Аптырағас, халыҡ ысулын барлай башланым. Йылҡы ите. Йылҡы майы. Ҡаҙы. Ҡаҙы бешергән сағым. Бармаҡ башындай майын алдым да ыуа башланым бит йылдан ашыу йонсотҡан сабыртманы... Ентекләп яҙып тормайым: ике тапҡырҙан бөттө. Яҙайым мин был хикмәтте, ҡулланһындар, тип уйлайым да туҡталып ҡалам. Бәлки, икенсе дауалау ысулы ҡушылып шундай мөғжизә булғандыр, тип икеләнә килдем. Бына ғәләмәт! Тағы бер тапҡыр һынап ҡара халыҡ аҡылын, тигәндәй, теге сабыртма тәнгә сыға башланы бит. Һынағас, һынайым инде, тип уйланым да яфаланыуға түҙҙем, бер ниндәй дарыу ҡулланманым, таҙа ҡаҙы эҙләй башланым. Хәләл, тип һаталар ҙа ул... Ышаныслы кешенән алғы килде. Ышанып, күңел тартып торорға тейеш инде ул. Ау