Мәғлүм булыуынса, быйыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы иғлан ителде. Быға ярашлы ниндәй саралар үтер? Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә вице-премьер – спорт министры Руслан Хәбибов исемле йылдың төп сараларын атаны. Апрель-май айҙарында республикала “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы уҙғарыла. Быйыл конкурста ете номинация ҡаралған: “Алтын ғаилә”, “Ауыл ғаиләһе”, “Күп балалы ғаилә”, “Традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә”, “Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе”, “Спорт ғаиләһе” һәм “Тәрбиәгә алынған ғаилә”. Былтыр еңеүселәр иҫәбенә Өфөнән күп балалы Андрющенко ғаиләһе инде. Бүләкләү тантанаһы Кремлдә үтә. Киләһе ҙур сара – Республика ғаилә-демография форумы. Уны май айында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә үткәреү планлаштырыла. Унда республиканың әүҙем ғаиләләре, федераль спикерҙар ҡатнашасаҡ. Башҡортостандың район һәм ҡала хакимиәттәре ҡарамағында күп балалы ғаиләләр советтары ойоштороласаҡ. Орган күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, ул