Башҡортостанда яҙ килә. Йылыныу менән ҡарҙан әрселгән юлдарҙа соҡорҙар ҙа арта. Был аварияларҙың артыуына килтерә. Республика соҡорҙарҙы ямарға әҙер һәм эшкә әүҙем тотондо. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә автомобиль юлдарында соҡорҙарҙы ремонтлау барышы тураһында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, асфальт-бетон япмалы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 19 мең километрҙан ашыу тәшкил итә, шул иҫәптән төбәк әһәмиәтендәге – 9265 километр, урындағы әһәмиәттәге – 10 мең километр самаһы. – Авария соҡорҙарын бөтөрөү һалҡын һәм ҡойолған асфальт ысулы менән алып барыла. 6 апрелдән һуң эҫе асфальт-бетон менән эшләү өсөн АБЗ заводтарын сафҡа индереү планлаштырыла. Эштәр Өфө, Октябрьский, Нефтекама кеүек ҡалаларҙа һәм ете муниципаль районда алып барыла. 23 мартҡа ҡарата яҡынса 2670 километр автомобиль юлы тикшерелгән (14 процент), уларҙа 3162 етешһеҙлек асыҡланған һәм һанлаштырылған. 638-е бөтөрөлгән (20 пр