Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарын һәм насар хәрәкәт иткән граждандарҙы реабилитациялау өсөн ике пансионат барлыҡҡа килә. Кушнаренко районының Иҫке Ғүмәр ауылында хәрби хәрәкәттәр ветерандары, насар хәрәкәт иткән граждандар өсөн 70 урынлыҡ дәүләткә ҡарамаған пансионат әҙер тиерлек. Күгәрсен районының Подгорное ауылында 55 урынлыҡ ошондай уҡ ойошма төҙөлөп бөтөп бара. Объекттар 2026 йылдың икенсе кварталында асылыр тип көтөлә. Был – “Ғаилә” милли проектын (национальный проект “Семья”) тормошҡа ашырыу – заманса ял итеү зоналары, адаптив кейем, реабилитациялау өсөн шәхси “социаль паспорттар”. Башҡортостанда, дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында килешеүгә ярашлы, өлкән йәштәгеләр өсөн биш шәхси пансионат бар. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика ил төбәктәре араһында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү механизмдарын иң яҡшы тормошҡа ашырыуҙы күрһәткән субъект булып танылған. “Стационар хеҙмәтләндереү үҫешенең мөһим йүнәлеше – ҡарамаҡ