Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Икмәкте әсәйем кеүек бешерәм"

Ял көндәрендә икмәк һалам. Нәҡ бала саҡтағыса итеп, оҙаҡ итеп әсетеп, әсәйемдекесә итеп. Тик мейес кенә юҡ, духовкала бешерәм. Барыбер тәме әсәйҙекесә була. Ошо өс икмәк өсөн 1,5 литр йылымыс һыу, ике аш ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы ҡоро сүпрә, бер аш ҡалағы шәкәр, бер балғалаҡ сода, икмәк әсеткеһе (бешергән һайын алып ҡалып, һыуытҡыста һаҡлаған икмәк ҡамыры), он ҡушып, ҡамыр яһайым. Уны теп-теүәл һигеҙ сәғәт әсетәм (ниңә шунса тип һорамағыҙ, әсәй шулай иткәнгә). Майланған табаларға тигеҙ итеп бүлеп һалып ҡабартам да бер сәғәт бешерәм. Сығанаҡ: Венера Арыҫланова-Лоҡманова.
Оглавление
    "Икмәкте әсәйем кеүек бешерәм"
"Икмәкте әсәйем кеүек бешерәм"

"Икмәкте әсәйем кеүек бешерәм"

Ҡамырҙы теп-теүәл һигеҙ сәғәт әсетәм. Ниңә тип һорамағыҙ.

Ял көндәрендә икмәк һалам. Нәҡ бала саҡтағыса итеп, оҙаҡ итеп әсетеп, әсәйемдекесә итеп. Тик мейес кенә юҡ, духовкала бешерәм. Барыбер тәме әсәйҙекесә була.

Ошо өс икмәк өсөн 1,5 литр йылымыс һыу, ике аш ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы ҡоро сүпрә, бер аш ҡалағы шәкәр, бер балғалаҡ сода, икмәк әсеткеһе (бешергән һайын алып ҡалып, һыуытҡыста һаҡлаған икмәк ҡамыры), он ҡушып, ҡамыр яһайым. Уны теп-теүәл һигеҙ сәғәт әсетәм (ниңә шунса тип һорамағыҙ, әсәй шулай иткәнгә). Майланған табаларға тигеҙ итеп бүлеп һалып ҡабартам да бер сәғәт бешерәм.

Сығанаҡ: Венера Арыҫланова-Лоҡманова.