Фатима исемле танышымдың яҙмышы ябай түгел. Йәштән әленән-әле уны ҡаты һынауҙар һынай. Шуныһы ғәжәп, ни өсөндөр ул ҡәйнәһенең яҙмышын ҡабатлап йәшәп килә. Уның һөйләгәндәрен тыңлайыҡ. -Ҡәйнәмдең артынан уның яҙмышын ҡабатлап йәшәнем. Был тура килеүме, әллә ҡарғыш төшкәнме тигән уй тынғы бирмәй. Ҡәйнәм нисә йәшендә ҡаты һынауҙарға тарыған, шулар минең алдыма ла килә. Ҡәйнәм һымаҡ 21 йәшемдә тормошҡа сыҡтым. Уның һымаҡ 26 йәшемдә ике балам менән тол ҡалдым. Ҡәйнәмдең өлкән улы 17 йәшендә йылғала батып үлгәйне. Минең дә өлкәне юл фажиғәһенә эләгеп, йәшләй был донъянан китеп барҙы. Ул да, мин дә башҡаса тормошҡа сыҡманыҡ. Бер-беребеҙгә терәк булып ҡартайғансы йәшәнек. Икебеҙҙең дә тормошобоҙҙоң мәғәнәһе минең улым Айҙар ине. Тәрән ҡайғыларҙы ла бергә-бергә үткәрҙек . Шулай ҙа ҡәйнәмдең әйткәндәре күңелгә ныҡ уйылып ҡалған. – Йәш сағымда Әхәт исемле бер егетте ныҡ рәнйеттем мин. Шул тиклем дә яратып йөрөгәйне ауылдашым. Мин дә уны оҡшаттым. Вәғәҙә биреп армияға оҙатып ҡалдым, ләкин һүҙемде