Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегеттең ғаиләһендә икеләтә байрам – үҙенең һәм тормош иптәшенең тыуған көндәре. Сәғиҙулла тыуған көнөнә ҡарата бик үҙенсәлекле фекерҙә. – Тыуған көн, күңелгә һәйбәт. Әлбиттә, ул хәтлем үк идеаль кеше түгелмен. Гонаһтарым бар, һәр кеше лә гонаһлы була инде. Әммә барыбер был донъяла йәшәйһең, нисектер ҡыуанаһың, хаталанаһың, хатаңды төҙәтәһең, ғәфү үтенәһең, яңынан хаталанаһың... Кешенең тормошо, булмышы шулай. Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтарым, туғандарым! Бөгөнгө көндә кем ҡотлай, мине ярата – рәхмәт! Кемдәр мине яратмай, һеҙгә лә рәхмәт, сөнки тормош шулай. Дауам итәбеҙ, йәшәйбеҙ, Алла бирһә. Һуғыш-афәттәр үтеп китһен, егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған йорттарына ҡайтһын, йәшәү ғүмерҙәрен дауам итәйек. Атай-әсәйҙәребеҙ, яҡындарыбыҙ, балаларыбыҙ көтөп торһон. Һау булайыҡ, сәләмәт булайыҡ. Рәхмәт булғанығыҙ өсөн, дуҫтар! – тип хис-тойғолары менән уртаҡлашты артист. Тормош иптәше Айгөлгә лә матур һүҙҙәрен йәлләмәй: “Аҡыллым, матурым, яратҡаным, һөйө