Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына тәүлегенә яҙғы ташҡын менән бәйле 137 хәбәр килгән (+ 13). 12 муниципаль берәмектә 9 юл участкаһын, 7 түбән һыу күперен, 89 йорт яны участкаһын һыу баҫҡан, 17 хәл контролдә тотола. Һыу баҫҡан йорттар һәм зыян күреүселәр юҡ. Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ташҡынға хәүефле хәлдең үҫешен күҙәтеү һәм контролдә тотоу, шулай уҡ баш идаралыҡта ярҙам күрһәтеү һәм ҡотҡарыу эштәрен үткәреү маҡсатында оператив штаб, шулай уҡ янғын-ҡотҡарыу гарнизондарының һәм янғын-ҡотҡарыу частарының оператив төркөмдәре эше ойошторолған, Баш идаралыҡтың пилотһыҙ авиация системалары ҡулланыла. 31 мартта Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Өфө ҡалаһында, Өфө, Иглин, Нуриман, Мәсетле, Дыуан һәм Салауат райондарында хәлдәрҙе күҙәтеү һәм баһалау маҡсатында “Ка-32” янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолетында биләмәләрҙе ҡарап сыҡты. Яҙғы ташҡынды үткәреү хәлен