Кисә насар хәбәр алдыҡ – ҡәҙерле хеҙмәттәшебеҙ Зәлиә Байғусҡарованың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ул “Ейәнсура таңдары” таңдары гәзитенең журналисы ине. “Беҙҙең өсөн ул коллега ғына түгел, ә үҙебеҙҙеке, бер туғаныбыҙ кеүек ине. Дөйөм эш өсөн барлыҡ йөрәген биреп эшләгән кеше, йылылыҡ, аҡыл һәм үҙенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергияһы менән уртаҡлаша ине. Беҙ уны профессионал булараҡ ҡына түгел, ә һәр ваҡыт таянырлыҡ, яҡты, ярҙамсыл кеше булараҡ та баһаланыҡ. Уның китеүе – барыбыҙ өсөн дә кире ҡайтара алмаҫлыҡ юғалтыу. Был юғалтыу менән килешеү ауыр, онотоу мөмкин түгел. Зәлиә Ғаян ҡыҙы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ”, – тип иҫкә алалар уны "Ейәнсура таңдары" редакцияһында. “Башҡортостан” гәзите Зәлиә Ғаян ҡыҙының туғандарының, яҡындарының, хеҙмәттәштәренең оло ҡайғыһын уртаҡлаша. Фото: vk.com/public.