Уларҙың икәүһе - Өфө - Магнитогорск маршрутында, ә береһе даими токта эшләйәсәк. Бынан тыш, Өфө - Һамар маршруттарын асыу һәм Өфө - Стәрлетамаҡ һәм Өфө - Ырымбур йүнәлештәрендә хәрәкәт йышлығын арттырыу планлаштырыла. Хәҙер төбәктең ҡала яны линияларында 18 заманса состав йөрөй, шул иҫәптән «Ласточка», «Орлан» һәм дүрт «Финист». «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы»ның хәрәкәтсән составын яңыртыу 2021 йылдан алып Рәсәй тимер юлдары, республика Хөкүмәте һәм Башҡортостан Башлығының шәхси ҡатнашлығында алып барыла, тип билдәләне вице-премьер Рөстәм Ғәзизов.