Бөгөн, 18 мартта, Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе”проектының 10 йыллығына арналған тантаналы сара үтте. Республиканың иң әүҙем һәм битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙарын ҡотларға Башҡортостан Хәкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов килде. — “Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе” проекты 10 йыл инде хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙының бөтә өлкәләрҙә лә: ғаиләлә, һөнәрҙә, йәмәғәт эшмәкәрлегендә уңышлы була алыуын күрһәткән кешеләрҙе берләштерә. Сара күптән инде Башҡортостандың визит карточкаһына әүерелде һәм республиканан ситтә лә киң танылыу яуланы, — тип билдәләне ул. Тантаналы шарттарҙа Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы финалсыларын һәм еңеүселәрен тәбрикләне. Шулай уҡ үҙ ғүмерен йәмәғәт эшенә бағышлаған, халҡыбыҙҙың урхи һәм мәҙәни мираҫын киләсәк быуынға еткереүгә тос өлөш индергәне өсөн Сибай ҡалаһынан Асия Солтановаға, Өфөнән Ләлә Бейешеваға, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын, Миңлеямал Янбулатоваға Башҡортоста